Яңы рецепттар

Баланлы бәлеш

РубрикаҠамыр аштары

Баланлы бәлеш бешереүе.

Ҡамыр:
0,5 л. — һөт,  
150 гр. — аҡ май,
1 шт. — йомортҡа,
2 стакан — он,
1 аш ҡалағы — шәкәр ҡомо,
0,5 сәй ҡалағы — сода,
0,5 сәй ҡалағы — тоҙ.

 500—550 гр. — әҙер балан.

 1 йомортҡа — бәлеш өҫтө өсөн, 
 1 сэй ҡалағы  — май таба майлар өсөн,
 4 аш ҡалағы — шәкәр ҡомо
1 сәй ҡалағы  — крахмал йәки манка.

 Йомошаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Баланды сүптәрен айырып әйбэтлэп йыуығыҙ, әҙерәк (0,5 стакан) һыу , 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомон ҡушығыҙ,  утҡа ҡуйып әҙерәк томалағыҙ. Баланды һыуытығыҙ, эсенә 1 сәй ҡалағы крахмал йәки манка һалығыҙ (бәлеш ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн). Ҡамырҙы икегә булергә, бер бүлеме (бәлештен аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙан ҙур киҫәген 5-7 мм ҡалыннығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыз. Камыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап түшәп һалығыҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибегеҙ.  Балан өҫтөнә икенсе йәйелгэн ҡамыр менән ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп ситтәрен йәбештереп үрегеҙ. Бәлештен өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн), шул уҡ ҡамырзан бәлеш өҫтөнә япраҡтар эшләп биҙәп тә була. Бәлеште 200 С  духовкала йәки мейестә 20-25 минут бешерегеҙ. Бешкән бәлештен өҫтөнән йомортҡаның һарыһын һөртөгөҙ.




Сәк-сәк

РубрикаТатлы ризыҡтар

Рецепт блюда башкирской национальной кухни - Чак-чак

Сәк-сәк бешереү:

Ҡамыр өсөн:
3 йомортҡа (йылы булырға тейеш),
1 сәй ҡалағы — эретелгән аҡ май,
2 стакан – иләнгән он,
1 семтем – сода,
300 гр.  – бал.

сироп өсөн:
100гр. — шәкәр ҡомо,
60 гр. — бал,
1 аш ҡалағы — hыу.

Йомортҡаларҙы әйбэтлэп бутап тоҙ, сода, эретелгән аҡ май кушығыҙ, hуңыраҡ иләнгән он ҡушып  йомошаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ.
Сәк-сәкте төрлө яҡтарҙа төрлөсә эшләйҙәр: эре, ваҡ, йоморо, оҙонса итеп киҫәләр.
Ҡамырҙы йоҡаҡ итеп  5 мм ҡалыннығында йэйегеҙ, йэймэне 5-7мм  ҡалынлығында таҫмалар итеп киҫегеҙ.  Ул таҫмаларҙы ҡәләм ҡалыннығына тиклем ҡул менән тәгәрләтегеҙ. Эҙерәк кипкәндән hуң ( 5 минут тирәhе)  вак ҡына итеп бармаҡ быуынындай ҙурлыҡта турағыҙ. Сәк-сәкте ҡалын төплө hауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа сильпәк менән бешерегеҙ hалам төҫөнә hэтле. Бешергәндә болғатып торорға кәрәк, сәк-сәктен бөтә яҡтары бер төҫөндә бешhен тип, бешкәндән hуң ҡайнап торған майҙан алып дуршлагка hалығыҙ, артыҡ майы ағып төшhөн. Сироп әҙерәу: шәкәр ҡомона hыу ҡойоғоҙ, утҡа ҡуйып эретегеҙ, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ hәм бал өҫтәгеҙ. Сироп ҡуйыра башлағансы яй утта 30 минут болғатып ҡайнатығыҙ.
Сәк-сәк hыуынғас,  айырым hауытта  балдан эшләнгән сироп менән бутағыҙ.
Аҙаҡ hауыттарға өйөп hалығыҙ, ҡулдарҙы hыуыҡ hыуға манып сәк-сәкте формаларға китерегеҙ. Сәк-сәкте йөҙөм менән, борсаҡ кәнфиттәр менән биҙәп була.

Эсәк-ҡарынлы бәлеш

РубрикаҠамыр аштары

Бәлеш әзерләү:

Ҡамыры:
500 гр – он,
3/4 стакан – һөт,
2 аш ҡалағы – һары май,,
1 шт. – йомортҡа,
0,5 аш ҡалағы – аҡ май,

Бәлеш эсе:
700 гр – әсәк,
700 гр – бәрәнге  йәки 300 гр – ярма,
100 гр. – һуған,
1 аш ҡалағы — тоҙ, борос, лавр япрағы.

Һыйыр йәки ат эсәктәрен һәм ҡартаһын ныҡлап йыуығыҙ, 30—40 см. киҫәктәргә ҡырҡығыҙ. Һәр киҫәген тиҫкәрегә әйләндереп (сыбыҡ менән йәки нәҙек уҡлау мынан). Сайҡатып һыуыҡ һыуҙа, һыуын алмаштыра-алмаштыра 8—12 сәғәт ебетегеҙ. Һуңынан эҫе һыу менән бешереп эсәктәрҙең лайын таҙартығыҙ ҙа, бер нисә тапҡыр сайҡатығыҙ һаҫыҡ еҫтәре боткәнсе. Әҙерләнгән эсәктәрҙе 1 —1,5 см. киңлегендә турағыҙ.
Йомшаҡ ҡамыр баҫы
ғыҙ. Эсәктәргә туралған һыуған, бәрәнге йәки ярмалар (алдан бер аҙ бешерелгән) , тоҙ, борос ҡушығыҙ. Ҡамырҙы икегә булегеҙ, бер бүлеме (бәлештең аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙан ҙур киҫәген 5-7 мм ҡалынлығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыҙ. Камыр өҫтөнә әҙер фаршты матурлап түшәп һалығыҙ ҙа өҫтөнә икенсе йәйелгән ҡамыр менән ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп ситтәрен йәбештереп үрегеҙ. Бәлештен өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн).
Б
әлеште 200 С  духовкала йәки мейестә 30-40 минут бешерегеҙ.

Быҡтырылған ит

РубрикаИт һәм балыҡ ризыҡтары

Итте hөйәгенән айырып алығыҙ ҙа артыҡ эре итмәйенсә турағыҙ. Кәрәгенсә тоҙ, борос, лавр япрағы hалып, бөтәhен бергә ҡушып әҙерләп ҡуйығыҙ.
Ярты йәки бер литрлыҡ банкаларҙы таҙа итеп йыуығыҙ. 10 минут парҙа тотоғоҙ. Әҙерләнгән итте банкаларға бүлеп hалығыҙ hәм банкаларҙы ҡапҡастар менән нығытмайынса ғына ҡаплағыҙ.
Кәстрүлгә hалҡын hыу hалығыҙ ҙа, шунда банкалрҙы теҙеп ултыртығыҙ (тик hыу банкаларҙың өҫтөнә сыҡмаhын, уларҙын эсенә инмәhен) hәм утҡа ҡуйығыҙ. Банкалағы иткә hыу hалырға ярамай, ул кәстрүлдәге hыу ҡайнау арҡаhында бығып (томаланып) бешә. Ҡарт йәки йәш мал булыуына ҡарап, уны оҙаҡ йә тиҙ бешерәләр.  Бешеп сыҡҡас, банкаларҙы үҙ hыуында көйө йылы хәлгә килгәнсе hыуытығыҙ ҙа, ҡапҡастарын ныҡлап ябығыҙ. Әҙер банкаларҙы hалҡын йерҙә hаҡларға кәрәк.




Бешкән тел

РубрикаИт һәм балыҡ ризыҡтары

Рецепт блюда башкирской национальной кухни - отварной язык

Тел бешереү:

100 гр – тел
100 гр – кишер, hуған
тәменсә тоҙ-боростар.

hыйыр, hарыҡ h.б. hуйылған малдың телен hәйбәтләп йылы hыуҙа йыуып,  яй утта, янына телеңгән кишер, hуған, лавр япрағын hалып бешерегеҙ.  Бешкән телде өҫкө ҡатламы тиҙерәк ҡупhын өcөн, hалҡын hыуға hалып торорға кәрәк. Һыуыңған телдең төбөнән осона табан өҫкө ҡатын ҡуптарығыҙ да, ҡайнап торған тоҙло hыуҙа тағы ла бер аҙ  ҡайнатып алығыҙ. Телде йоҡа ғына телемдәргә турап, тәрилкәгә hалып, әсе  йәки hыуытылған килеш табынға бирегеҙ. Янына бешкән картуф, кишер ҡуйырға мөмкин.

Яңылыҡтар

Статья о башкирской кухне

Наша статья о башкирской кухне опубликована в журнале международной организации Тюрксой. Прочитать можно здесь.

Голосуйте за Башкирскую кухню!

Сайт Башкирская кухня участвует в конкурсе башкирских интернет-ресурсов «Лучший башкирский сайт». Голосуйте за нас  здесь

Добавлены рецепты на башкирском языке!

Добавлены категории и рецепты блюд на башкирском языке. Нажмите кнопку «Башҡортса рецепттар» в меню слева.