Быҡтырылған ит

РубрикаИт һәм балыҡ ризыҡтары
АвторАдминистратор

Итте hөйәгенән айырып алығыҙ ҙа артыҡ эре итмәйенсә турағыҙ. Кәрәгенсә тоҙ, борос, лавр япрағы hалып, бөтәhен бергә ҡушып әҙерләп ҡуйығыҙ.
Ярты йәки бер литрлыҡ банкаларҙы таҙа итеп йыуығыҙ. 10 минут парҙа тотоғоҙ. Әҙерләнгән итте банкаларға бүлеп hалығыҙ hәм банкаларҙы ҡапҡастар менән нығытмайынса ғына ҡаплағыҙ.
Кәстрүлгә hалҡын hыу hалығыҙ ҙа, шунда банкалрҙы теҙеп ултыртығыҙ (тик hыу банкаларҙың өҫтөнә сыҡмаhын, уларҙын эсенә инмәhен) hәм утҡа ҡуйығыҙ. Банкалағы иткә hыу hалырға ярамай, ул кәстрүлдәге hыу ҡайнау арҡаhында бығып (томаланып) бешә. Ҡарт йәки йәш мал булыуына ҡарап, уны оҙаҡ йә тиҙ бешерәләр.  Бешеп сыҡҡас, банкаларҙы үҙ hыуында көйө йылы хәлгә килгәнсе hыуытығыҙ ҙа, ҡапҡастарын ныҡлап ябығыҙ. Әҙер банкаларҙы hалҡын йерҙә hаҡларға кәрәк.


Написать ответ